Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
14 Апрель 2021, 22:19

Ҡаты бәрелеүҙән аяғы ампутацияланған

Скутерҙа китеп барған 62 йәшлек ир ағасҡа төкөп, ауыр йәрәхәт ала //

Өфө районының Булгаково ауылы янында Өршәк йылғаһы буйында дежурлыҡ алып барған Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре экстрен ярҙам кәрәк булыуы тураһында хәбәр ала.
1959 йылғы ир скутер менән идара итә алмай, ағасҡа бәрелә. Аварияла алған травма һөҙөмтәһендә аяҡтары ампутациялана. Ҡотҡарыусылар йәрәхәт алыусыға беренсе ярҙам күрһәтеп, кәмәлә ашығыс ярҙам машинаһына тиклем еткерә.
Фото: пресс-служба МЧС по РБ.
Читайте нас: