Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Апрель 2021, 21:37

Йылға боҙонда... үҫмер

Шаһиттар әйтеүенсә, үҫмер ҡапыл һыуға һикерә. Ағып барған боҙ киҫәгенә тиклем араны йөҙөп үтә һәм...

Йылғалар ташҡан, боҙ киткән саҡта яр буйына барыуы бик хәүефле. Быны өлкәндәр ҙә, балалар ҙа яҡшы белә. Әммә күрәләтә ғүмере менән шаярғандар ҙа бар.
Кисә ошондай хәл Өфөлә Ағиҙел буйында була. Шаһиттар үҫмерҙең һыуға һикереүен күреп ҡала. Малай ағып барған боҙ киҫәгенә тиклем йөҙә лә уның өҫтөнә менеп баҫа. Үҫмерҙең ғүмере өсөн хәүефләнгән кешеләр баш ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығына хәбәр итә.
Дуҫлыҡ монументы тирәһендә дежурҙа булған ҡотҡарыусылар катерға ултырып был урынға юлланған саҡта үҫмерҙең боҙҙан һикереп төшөп, үҙаллы кире йөҙөп сыҡҡаны асыҡлана.
Әле һыу буйҙарында бик хәүефле. Аңлы үҫмерҙең ни сәбәптән ғүмере менән уйнағаны аңлашылмай... Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ!
Фото: видеонан скриншот.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: