Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Апрель 2021, 21:39

"Күлдәктә тыуғандар"

Бер авария - үлемесле, икенсеһе..

Көн һайын республика юлдарында үлемесле юл-траспорт ваҡиғалары теркәлә. Иң аяныслыһы - унда кеше ғүмерҙәренең өҙөлөүе. Республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә Белорет ҡалаһының Киров урамы буйлап хәрәкәт иткәндә Skoda Octavia автомобиле ҡапыл юлдан һулға төшә һәм ағасҡа барып бәрелә. 30 йәшлек водитель ваҡиға урынында йән бирә. Осраҡ буйынса белгестәр эшләй, авария сәбәптәре асыҡлана.
Йәнә бер авария Баймаҡ районында теркәлгән. Магнитогорск - Ира автомобиль юлының 117-се километрында, Ғәле ауылынан алыҫ түгел урында 30 йәшлек ир "Лада Гранта" автомобиленә идара итә алмай юлдан ситкә оса. Автомобиль түңкәрелә. Салондағы ике кескәй ағалы-ҡустылылар мөғжизә менән иҫән ҡала. Малайҙарҙың атаһы ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған, балаларға ла медицина ярҙамы талап ителгән.
Һуңғы тәүлек эсендә республика юлдарында биш юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, унда бер кешенең ғүмере өҙөлгән, 6-һы төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, яҡындарығыҙға имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ. Тиҙлек режимын арттырмағыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: "Башинформ"
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: