Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Апрель 2021, 21:29

“Хәҙер унда кире ҡайтырға ҡурҡам...”

Башҡортостандың атҡаҙанған артисының өйөн һыу баҫҡан

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, билдәле бейеүсе һәм хореограф, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гүзәл Маминаның өйөн һыу баҫҡан. Бер нисә йыл инде ek ире менән Ҡырмыҫҡалы районындағы Подлуб ауыл биләмәһенә ҡараған һәм эргәһенән Өршәк йылғаһы аҡҡан Вязовка ауылында йәшәй икән.
Үткән төндә һыу бик тиҙ килә башлаған һәм ике машина торған ихатаға ғына түгел, өйгә лә тулған. “Кисен ерҙә йөрөһәк, иртән бына ошондай картина ине. Төндә 112 телефонына шылтыраттыҡ һәм таңғы сәғәт 4 тирәһендә беҙгә “Әйҙәгеҙ, иртәнгә тиклем көтәйек. Таң атҡас, трактор ебәрербеҙ", - тип хәбәр иткән Гүзәл Мамина. – Ә тракторҙа бер урынлыҡ резина кәмә генә. Аҙаҡ тағы бер нисә тапҡыр шылтыраттыҡ, беҙгә кәмәне ағым алып китәсәк, тинеләр. Һөҙөмтәлә 11-се яртыға тиклем көттөк. Ахырҙа беҙҙе тракторҙа ауыл ситенә тиклем алып сыҡтылар. Һәм мин ҡалалағы улыма киттем. Күршеләребеҙ араһында балалы, хатта кескәй сабыйҙары булған ғаиләләр бар ине”.
Бейеүсенең өйө ағастан икән. Уны биш йыл буйы, барлыҡ йыйылған аҡсаны һалып, төҙөгәндәр. Ошондай һыу баҫҡандан һуң, юғалтыу ҙур. “Хәҙер унда кире ҡайтырға ла ҡурҡам. Мебель, техника, һыуытҡыс – барыһы ла йөҙөп йөрөй. Тауыҡтар ҙа батҡандыр, моғайын”, – тип белдергән Гүзәл Мамина.
Быға тиклем бындай хәл күҙәтелмәгән, һыу юлға ғына сыҡҡан, әммә ошондай етди ташҡын булмаған.
Фото: “Башинформ”.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: