Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
12 Апрель 2021, 19:49

Сабыйҙар тын ала башлаған...

5 йәшлек Миша менән йәш ярымлыҡ Бәхтийәрҙең ғүмерен һаҡлау ҡалыу өсөн медицина хеҙмәткәрҙәре бөтә көсөн һала...

Бөрөлә ике ҡатлы ағас йортта янғын сығып, әсәнең һәм ике баланың ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылыуы тураһында яҙғайныҡ инде.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығында әйтеүҙәренсә, биш йәшлек Миша һәм йәш ярымлыҡ Бәхтийәр үҙ аллы тын ала башлаған, уларҙы үпкәне яһалма елләтеү аппаратынан алғандар. Тик сабыйҙар элеккесә ауыр хәлдә, аңдарына килә алмаған. Табиптарҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, сәләмәтлектәрендә бер аҙ ыңғай күренеш күҙәтелә. Уларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн медицина хеҙмәткәрҙәре бөтә көсөн һала.
Билдәле булыуынса, әсәне һәм малайҙарҙы ут эсенән күршеләре ҡотҡарған. Тәҙрәне ватып, ғаиләне урамға алып сыға алғандар. Шул уҡ көндә балаларҙы санитар авиация ярҙамында республика балалар клиник дауаханаһына оҙаттылар.
Фото:BashNews.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: