Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
11 Апрель 2021, 22:27

Ҡурҡыныс авариялар халыҡты шаңҡытты

Бөгөнгө көн үтә күңелһеҙ тамамланды. Сибайҙан Өфөгә барған микроавтобус аварияға тарыған

Бөгөнгө көн үтә күңелһеҙ тамамланды. Республика юлдарында булған аварияларҙа йәнә кешеләрҙең ғүмере өҙөлдө.
Ҙур авария Өфө – Инйәр – Белорет трассаһының 209-сы километрында теркәлде. Унда Сибайҙан Өфөгә барған микроавтобус аварияға тарыған.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 46 йәшлек Сибай кешеһе "Toyota Hiace" менән идара иткәндә идараны юғалта, машина юлдан оса һәм ауа.
Салонда водитель менән бергә ете кеше булған. Бер ҡатын пассажир алған йәрәхәттәрҙән урында һәләк була. Дүрт пассажир дауаханаға оҙатылған.
Водитель белдереүенсә, был рейс автобусы булмаған. Ул танышының автомобилен Сибайҙан Өфөгә алып китеп барған һәм юлсылар алған. Әле аварияның сәбәптәре асыҡлана.
Икенсе үлемесле авария Стәрлетамаҡ районында Өфө – Ырымбур юлында була. ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бында "Рено Меган" менән "Киа Рио" бәрелешкән. Хәбәр итеүҙәренсә ҡорбандар бар, был мәғлүмәт әле тикшерелә.
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: