ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
11 Апрель 2021, 05:43

Сабыйҙың үлемендә кем ғәйепле?

- Операция өҫтәлендә ҡанһырап яттым. Бала ла, үҙем дә үлем хәлендә инек. Табиптарҙың бер ни ҙә эшләмәүенә ҡарап, миндә паника башланды...

Салауат ҡалаһында йәшәгән йәш ғаилә ҡайғыға батҡан, көтөп алынған тәүге сабыйҙарының тыуыу шатлығын кисерә алмаған. Хореограф Алена Лаврикова улының вафат булыу тарихын йәмәғәтселек иғтибарына сығарған. Тәфтиш органдары был фажиғәле хәлде тикшерергә тотонған.
Ҡатын сабыйының үлемендә бала табыу йорто табиптарын ғәйепләй. Йөклөлөк һәйбәт үткән, ҡатын үҙен яҡшы тойған. 31 мартта биле ауыртыуын тойғас, ире менән бала табыу йортона киләләр. Табип, “әлегә иртәрәк” тип, укол ҡаҙағандан һуң ҡатынды ҡайтарып ебәрә. “4 апрелдә төндә һыу киткәс, "Ашығыс ярҙам"ға шылтыраттыҡ, тик бер кем дә трубканы алманы. Ирем менән бала табыу йортона үҙаллы барырға тура килде”, - ти ул. Ҡан киткәс, ҡатын уны тиҙерәк операцияға алыуҙарын һорай. Уның әйтеүенсә, анестезиолог ул көндә эшләрлек хәлдә булмай, эскән икәнлеге асыҡлана, дежур табип та урынында булмай сыға. Ҡиммәтле ваҡыт юғалтыла.
"Мин был ваҡытта ҡанһырап операция өҫтәлендә яттым. Бала ла, үҙем дә үлем хәлендә инек. Табиптарҙың бер ни ҙә эшләмәүенә ҡарап, миндә паника башланды, ”ярығыҙ шул көйө эсте, алығыҙ баланы!” тип ҡысҡырҙым. Берәүҙәр йүгерешә башланы, икенселәр ҡул ҡаушырып ҡарап торҙо, тик бер кемде лә таба алманылыр”, - ти Алена. Һөҙөмтәлә операция яһайҙар, тик бик һуңлап... Сабый үлгән була. ”Дауаханала бер кем дә ғәфү үтенмәне, ни өсөн шулай килеп сыҡҡанын да аңлатманылар”, - ти ҡатын.
Тәфтиш хеҙмәткәрҙәре фажиғәле ваҡиғаны тикшерә башлаған, бөтә документтар уларға тапшырылған, табиптарҙың эшмәкәрлегенә ғәҙел баһа биреләсәк.
Фото: news.myseldon.com
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас