ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
11 Апреля 2021, 06:20

Араларында бала ла бар...

Медицина тикшереүе һөҙөмтәһендә водителдең эсмәгән булыуы асыҡлана

Салауат районында Һамар – Өфө – Силәбе трассаһында “Nissan X-Trail” менән “Ford Focus” машиналары бәрелешкән. Тәүге автомобилдә Өфө районынан 43 йәшлек ир һәм уның 40 йәшлек ҡатыны, 13 йәшлек улдары зыян күргән.
“Ford Focus”та Силәбе өлкәһенән 26 йәшлек водитель рулдә булған, уның да 26 һәм 32 йәшлек пассажирҙары йәрәхәт алған.
Шулай уҡ Өфөлә "НефАЗ" маршрут автобусының 40 йәшлек водителе юлдан сығып барған йәйәүлене тапатҡан. Һөҙөмтәлә был кеше алған йәрәхәттәренән ваҡиға урынында уҡ һәләк булған.
3 апрелдә Белорет районының Яңы Абҙаҡ ауылы эргәһендә Башҡортостан Эске эштәр министрлығының Иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы идаралығының район-ара бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы полиция хеҙмәткәре аварияға осраған. Ул “Toyota Camry” автомобилендә идараны юғалтып, юл ситендәге кәртәгә бәрелә. Водитель дә, пассажир ҙа зыян күргән. Башҡортостан буйынса Эске эштәр идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был осраҡ буйынса хеҙмәт тикшереүе үткәрелә, медицина тикшереүе һөҙөмтәһендә уның эсмәгән булыуы асыҡлана.
Дөйөм алғанда, уҙған аҙнала республикала 45 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа дүрт кеше һәләк булған, 60-ы тән йәрәхәттәре алған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 17766 осрағын асыҡлаған, 239 эскән водителде тотҡан. Шулай уҡ тыйылған урында ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан 522 водителгә, шулай уҡ балаларҙы ташыу ҡағиҙәһен боҙған 694 осраҡ буйынса протоколдар төҙөлгән.
Фото: @mchsrb.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас