Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә республикала дүрт аварияла дүрт кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Белорет районы предприятиеларының береһендә 36 йәшлек эшсе ауыр йөк ташыған машина тәгәрмәсе аҫтында ҡалған. Машинаның водителе уны абайламаған. Зыян күреүсе дауаханаға оҙатылған.
Өфө ҡалаһының Октябрь проспектындағы юл-транспорт ваҡиғаһында 21 йәшлек егет зыян күргән. Ул "Datsun ON-DO" автомобиле тәгәрмәсе аҫтында ҡалған. Электр велосипеды менән светофорҙың йәшел утына үтеп барған егетте автомобиль водителе төкөй. Зыян күреүсе әле дауаханала.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ!