ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Апрель 2021, 10:46

“Улыбыҙҙы әрмегә хеҙмәт итергә оҙатҡайныҡ...”

Ата-әсә ғәйеплеләрҙе яуапҡа тарттырыу өсөн бына ике йыл инде суд юлында йөрөй.

Свердловск өлкәһендә хеҙмәт иткән һалдат Илдар Сиражевтың 2019 йылда токтан һуғылып һәләк булыуы, етәкселектең бөтә ғәйепте контрактсы сержантҡа ғына япһарып ҡотолоуы тураһында хәбәр иткәйнек инде.
Яҡташыбыҙҙың ата-әсәһенең бының менән тәүге көндән риза булмауы, ғәйеплеләрҙе яуапҡа тарттырыу өсөн бына ике йыл инде суд юлында йөрөүе билдәле. Хәрбиҙәрҙе яҡлау комитеты идараһы рәйесе Владимир Симарчук әйтеүенсә, 20 йәшлек Илдарҙың үлемендә ғәйепле тип табылған сержантты шартлы рәүештә ике йылға хөкөм иткәндәр. Ул эксплуатация ҡағиҙәләрен боҙоуҙа ғәйепләнә, ә ғәйебе командирҙарҙың бойороғо буйынса рубильникты тоҡандырыуҙа. Ата-әсә улдарын юғалтҡан өсөн суд аша өс миллион һумлыҡ әхлаҡи зыянды ҡаплатырға теләй. Ошо көндәрҙә судта тәүге ултырыш үткән. Сираттағыһы 5 майға билдәләнгән.
Армияға тиклем Илдар автотранспорт колледжын тамамлаған, автомобилдәрҙе ремонтлау эшен яҡшы белгән. Яҙмыштың уҫал шаяртыуылыр инде, хеҙмәт иткәндә машинаға ҡағылып ҡына токтан һуғылып һәләк булған.
Сиражевтар өсөн әхлаҡи зыянды ҡаплатыу уйы иң мөһиме түгел, улар армияға киткән һәр егеттең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын, командирҙарҙың уларҙың ғүмере өсөн яуаплылыҡ тойоуын теләй.
Фото:BashNews.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас