8 апрелдә республикала үлемесле авария теркәлде. Кешеләр һәләк булған һәр осраҡ күңелдә ауыр тойғо ҡалдыра, ә был авария сәбәпле мәғәнәһеҙ үлем бигерәк аяныслы.
Авария М5 трассаһының 1476-сы километрында, Өфө районының Нуғай ауылы янында булған. Бында бер юлы өс машина бәрелешкән.
Эш былайыраҡ була: ВАЗ-2110 автомобиле Силәбе йүнәлешендә хәрәкәт итеп, ошондай уҡ маркалы икенсе автомобилде һөйрәтеп китеп барған була. Хәрәкәт барышында трос өҙөлә һәм боҙоҡ машина водителе сығып, уны тикшерергә була. Был саҡта арттарынан килгән "Lexus RX300" водителе туҡтап торған автомобилдәргә бәрелә. Һөҙөмтәлә тышта торған 1981 йылғы ир алған йәрәхәттәрҙән урында һәләк була.
ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта аварияның сәбәптәре тикшерелә. Урында полиция һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй.
Юл йөрөгән саҡта иғтибарҙы бер минутҡа ла кәметергә ярамай! Имен булайыҡ.