ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Апрель 2021, 16:54

ӨФӨЛӘ ЙӘШӘҮСЕ ХАНЫМ 850 МЕҢ ҺУМ АҠСАҺЫН УРЛАТҠАН

Бынауы телефон мутлашыусылары теңкәне ҡоротто – көнөнә әллә нисә шылтыраталар. Әлбиттә, ундай ят номерҙарға яуап бирергә ярамай. Бына Өфөлә йәшәүсе бер ханым шундай ят телефон шылтыратыуына яуап биреп кенә лә 850 мең һум аҡсаһынан яҙған.

Шылтыратыусы кеше үҙен банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте вәкиле тип таныштырған. Ул ҡатынды, мутлашыусылар һеҙҙең иҫәбегеҙҙән аҡса урларға маташалар, тип ышандырған.
Аптырауҙан шаҡ ҡатҡан ханым ирҙең һүҙҙәренә ышанған һәм, йәнәһе лә, аҡсаһын ышаныслыраҡ урынға күсереү өсөн, ул әйткәндәрҙе эшләй башлаған. Бынан тыш, шул арала мутлашыусы унан кредит та алдырған һәм теге иҫәпкә күсерткән.

Һөҙөмтәлә, Өфөлә йәшәүсе ханымдың 850 мең һум аҡсаһы мутлашыусылар кеҫәһенә инеп киткән.

Тағы ла бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: банк хеҙмәткәрҙәре һеҙҙең иҫәбегеҙҙе һорап шылтыратмай!
Читайте нас