ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
4 Апрель 2021, 04:24

Йәнә ҡурҡыныс янғын...

Йәш ҡатын менән бәләкәй бала һәләк булды, ә өс йәшлек малай...

Башҡортостанда йәнә ҡурҡыныс янғын теркәлде. Ҡурҡыныс тибеҙ, сөнки унда ике кешенең, шул иҫәптән бәләкәй баланың ғүмере өҙөлдө. Тағы бер бала ауыр хәлдә.
Янғын 3 апрелдә көндөҙгө сәғәт икелә Благовар районы үҙәге Языково ауылындағы шәхси йортта сыға. Ут менән көрәшеү өсөн шунда уҡ ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр йүнәлә. Беренсе машина килеп еткән саҡта бишкә һигеҙ квадрат метр майҙанлыҡ бүрәнә йорттоң яныуы асыҡлана. Урында барлығы 23 кеше һәм 10 берәмек техника эшләй.
Янғын һүндереүселәр утты тиҙ арала һүндереүгә өлгәшә. Әммә емереклектәр араһындан кеше кәүҙәләре килеп сыға. Ул 34 йәшлек ҡатын менән алты йәшлек малай булып сыға. Шулай уҡ янғында өс йәшлек икенсе малай ҙа ҡазалана. Уны тиҙ арала Языково ауылының үҙәк район дауаханаһына алып баралар. Баланың хәле ауыр.
Әлеге ваҡытта янғындың сәбәптәре асыҡлана, урында белгестәр эшләй.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас