ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
1 Апрель 2021, 15:34

“Үлгән” атаһы өсөн пенсия алып ятҡан...

Ә атаһы иҫән-һау. Асыҡланыуынса...

Ҡалтасы районында йәшәгән ҡыҙға ҡарата мутлыҡ юлы менән ҙур күләмдә социаль ярҙам алғаны өсөн енәйәт эше асылған.
Тикшереү барышында прокуратура органдары ҡыҙҙың 2016 йылда Пенсия фонды бүлексәһенә ҡараусыһын юғалтыу буйынса социаль пенсия тәғәйенләү тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итеүен асыҡлаған.
Уның ҡулында атаһының хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында суд ҡарары булған. Ҡыҙға социаль пособие тәғәйенләнгән һәм даими түләнгән. Пенсия фондына ирҙең вафат булғаны тураһында ялған мәғлүмәт бирелгән.
Аҙаҡтан атай кешенең иҫән-һау булыуы, ҡыҙы менән аралашыуы асыҡланған. Өс йылда ҡыҙ “үлгән” атаһы өсөн 320 мең һум аҡса алған. Республика прокуратураһының матбуғат үҙәгендә әйтеүҙәренсә, ғәйепләнеүсе мутлығын таныған һәм килтерелгән зыянды тулыһынса ҡайтарған. Енәйәт эше Краснокама район-ара судына тапшырылған. Ҡыҙға 120 мең һум күләмендә штраф түләргә йәки 360 сәғәткә тиклем мотлаҡ эштәр башҡарырға тура киләсәк.
Фото: yur-gazeta.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас