ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
30 Март 2021, 12:11

Өфөлә ҡала уртаһында юристы бысаҡ менән сәнсеп үлтергән ирҙе ҡулға алғандар: С. Яшин 18 майға тиклем Тәфтиш изоляторында ултырырға тейеш

Суд ултырышы алдынан енәйәтсе үлгән әсәһе хаҡында һөйләгән. Һаулығына килгәндә, үҙен насар тойоуын әйткән. //

49 йәшлек Яшин билдәләүенсә, ул был көндө нимә булғанын бик хәтерләмәй. Ул мәрхүмдең ғаиләһе алдында ғәфү үтенгән. Елисеевтың йөклө ҡатыны һәм ике балаһы ҡалған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 мартта Зәки Вәлиди урамында Яшин юристы вәхшиҙәрсә үлтергән, ә һуңынан үҙенә ҡул һалырға маташҡан.

Үҙенә атҡан ирҙе Республика клиник дауаханаһына оҙатҡандар һәм уға операция яһағандар.

Быға компанияның бөлгөнлөккә төшөүенә бәйле хәл сәбәпсе булыуы мөмкин. Компанияны ойоштороусы - енәйәттә ғәйепләнгән ирҙең әсәһе. Һүҙ компанияның 244056937,70 һум күләмендәге бурысы тураһында бара. Юрист Елисеев судта Сергей Веремеенконың мәнфәғәттәрен яҡлаған, Яшин уның процессуаль оппоненты булған.
Читайте нас