ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
30 Март 2021, 10:36

Әбйәлил районында үлемесле авария теркәлде

Аэропорт-Магнитогорск юлының Красная Башкирия ауылы эргәһендәге участкала «Вольво» менән «Лада Веста» автомобилдәре бәрелешә.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, юл фажиғәһендә иномарканың 68 йәшлек водителе ғәйепле булыуы ихтимал.
Сөнки уның төп юлға сыҡҡан ваҡытта Рәсәй транспортын үткәрмәүе асыҡланған. Дәүләт автоинсекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, авария һөҙөмтәһендә «Вольво» хужаһының ваҡиға урынында ғүмере өҙөлә. Икенсе автомобилдең 32 йәшлек водителе һәм уның 48 йәшлек пассажиры тән йәрәхәттәре ала. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.
Источник: @dgilmutdinov
Фото: скриншот видео
Читайте нас