ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
29 Март 2021, 14:54

Туғандары табипты туҡмаған...

...Шул саҡ белгескә ташланып, халатын йырталар, ҡулдарына, башына һуғалар...

Аҙна аҙағында республиканың Туймазы ҡалаһында ҡырағай хәл теркәлә.
Утыҙ йыллыҡ хеҙмәт стажлы, ҡаланың почетлы гражданы, 2017 йылда республиканың иң яҡшы терапевы тип танылған табип ҡатынды туҡмағандар. Пациенттың туғандары уның ҡулдарына, башына һуҡҡан.
“Табип өлкән йәштәге сирлене ҡарай. Амбулатор картаһына яҙмалар эшләп, аҙаҡ уны үҙе менән алам тигәс (карта медицина ойошмаһы документы булып иҫәпләнә), белгескә ташланалар. Һөҙөмтәлә халатын йырталар, ҡулдарына, башына һуғалар. Полицияға ғариза бирелгән, йәрәхәттәрҙең ауырлығын асыҡлау өсөн медэкспертиза үткәреү планлаштырылған. Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы юристары табипты яҡлаясаҡ”, - тинеләр профсоюздың матбуғат хеҙмәтендә.
Был хәлдең сәбәптәре асыҡлана.
Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, былтыр Башҡортостанда медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡарата 199 енәйәт ҡылынған.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас