ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
29 Март 2021, 14:52

Машина аҫтында ер уйылған

Был аяныслы хәл йәкшәмбе булған.

Граждандарҙы яҡлау идаралығы хәбәр итеүенсә, йәкшәмбе Өфөлә ер убылған. Был ҡыҙғаныс хәл баш ҡаланың Генерал Горбатов урамындағы 9-сы йорт янында теркәлгән. “21 сәғәт тирәһендә Өфөнөң Мәғлүмәт-диспетчерлыҡ үҙәгенә ерҙең убылыуы тураһында хәбәр иткәндәр. Һөҙөмтәлә “Хондай Солярис” машинаһы механик зыян күргән”, – тип хәбәр иткән ведомство.
Ғәҙәттән тыш хәл урынына ашығыс ярҙам күҙәтеү хеҙмәттәре вәкилдәре килгән. Әлеге ваҡытта хәүефле урын уратып алынған. Был хәлде асыҡлағандан һуң, барлыҡҡа килгән соҡор юҡ итәләсәк.
Фото: “Башинформ”.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас