Шәмбелә көндөҙ Салауатта аяныслы юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Ҡаланың “Лимонад” сауҙа үҙәге туҡталҡаһында 57 йәшлек ир "ВАЗ-2114" автомобиле менән 28 йәшлек ҡатын менән уның дүрт йәшлек ҡыҙын тапата.
Ир арты менән китеп барғанда була был хәл. Кешеләрҙән тыш, еңел автомобиль асыҡ ишеге менән “Mazda CX-5” автомобиленә лә бәрелә.
ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, авария һөҙөмтәһендә ҡатын һәм уның балаһы йәрәхәттәр алған. Аҙаҡ шул асыҡлана: тапатҡан кеше ошо ҡатындың атаһы булып сыға. Әле был хәл буйынса тикшереү башланған. Яңылыш эшләнгәнме, әллә махсусмы - асыҡлана.
Кисә, 27 мартта, республика юлдарында туғыҙ авария теркәлгән, уларҙа 11 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре бер тәүлек эсендә юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 2600 кешене асыҡлаған, 68 иҫерек водитель ҡулға алынған.