Өфөнөң Пугачев урамында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 36 йәшлек ҡатын "Haima" автомобиле менән ҡаршы һыҙатта килгән "Mitsubishi Pajero"ға бәрелә.
Тәүге машина салонындағы 27 йәшлек пассажир тән йәрәхәттәре ала, дауаханаға оҙатыла. Асыҡланыуынса, водитель ҡатын руль артына эскән килеш ултырған.
Көн һайын республика юлдарында юл-транспорт ваҡиғалары теркәлә. Кисә өс юл-транспорт ваҡиғаһында өс кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Бәғзе гүзәл заттарҙың да рулгә эскән килеш ултырыуы - башҡа һыймаҫлыҡ күренеш. Юл бер ниндәй хатаны ла ғәфү итмәй. Ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәйек, һаҡ, иғтибарлы булайыҡ!