Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
27 Март 2021, 12:14
Эсеренә бөткәс... әбейгә һөжүм иткән
Полиция мәғлүмәттәре буйынса...
Әлшәй районында була был ваҡиға: эсеп алйыған ир ят кешенең - яңғыҙ йәшәгән оло ҡатындың - өйөнә инеп һөжүм итә...
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ике ир эсеп ултыра торғас, "яғыулыҡтары" бөтә. Мәжлесте дауам итеү өсөн "һунарға" сығалар. Бының өсөн яңғыҙ йәшәгән әбейҙе һайлайҙар - ирҙәрҙең береһе өйгә инеп, һыу һораған була. Саҡырылмаған ҡунаҡты хужабикә төпкә үткәрмәй, ишек төбөндә көтөргә ҡушып, икенсе бүлмәгә китә.
Эскесе ир яман уйын тормошҡа ашырырға булып, һыу тотоп килгән әбейҙең ҡулынан тотоп ала ла аҡса таптыра, шул арала үҙе бысаҡ менән янай. Ҡурҡышынан ҡатын дүрт мең һумын сығарып тоттора. Өйбаҫар сығып китеү менән үҙе полицияға мөрәжәғәт итә.
Хоҡуҡ һаҡсылары 30 йәшлек ирҙе "эҫе" мәлендә ҡулға төшөрә. Уның 2008 йылда шулай уҡ талау буйынса хөкөмгә тарттырылғаны билдәле. Ир ғәйебен танып, дөрөҫөн һөйләп биргән, тотонғандан ҡалған аҡсаны кире ҡайтарған. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: mozhga18.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Eseren-b-tk-s---beyg--g-m-itk-n-733011/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"