ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
21 Март 2021, 05:21

Балаҫҡа урап ҡуйған...

16 йәшлек ҡыҙ ике аҙна буйы юғалған әсәһен эҙләгән. Ниндәй ҡот осҡос яңылыҡ көткәнен...

Благовещенск ҡалаһында 16 йәшлек ҡыҙ ике аҙна буйы әсәһен эҙләгән. Баҡһаң уны...
Башҡортостандың хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре айырыуса ҡанһыҙлыҡ менән кеше ғүмерен өҙгән вәхши әҙәмде тотҡандар.
Хәл бынан ике аҙнанан ашыу элек булған. 28 февралдә Благовещенск ҡалаһындағы полиция бүлегенә 16 йәшлек ҡыҙ килгән һәм әсәһе ғәйепһеҙ юғалыуын хәбәр иткән.
50 йәшлек ҡатынды эҙләп, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре уның йыш ҡына ҡунаҡҡа йөрөгән танышына сыҡҡан.
Тәфтишселәр фажиғә ҡаланың Социалистик урамында урынлашҡан тап ошо фатирҙа булған, тип күҙаллаған.
49 йәшлек ирҙең фатирын тикшергән саҡта полицейскийҙар ҡот осҡос табышҡа юлыҡҡан: 50 йәшлек ҡатындың үле кәүҙәһен ир полиэтиленға һәм балаҫҡа төрөп ҡуйған.
Әммә шуныһы – хужа был саҡта өйҙә булмаған. Ул саҡта полицейскийҙар ирҙең йыш йөрөгән урындарында йәшенеп, күҙәтә башлаған. Ниһәйәт, алты көндән һуң әҙәм аҡтығы полиция күҙенә салынған һәм уны шунда уҡ ҡулға алғандар.
Ир шунда уҡ енәйәт эшләүен таныған. Асыҡланыуынса, был әҙәм һәм уның ҡорбаны, 50 йәшлек ҡатын, 28 февралдә икәүләп спиртлы эсемлектәр менән кәйеф-сафа ҡорған. Бер мәлде көнләшеү нигеҙендә низағ ҡупҡан һәм ир бысаҡ алып, ҡатынға ташланған.
Ҡатын урында уҡ йән биргән. Тәфтиш комитенан хәбәр итеүҙәренсә, ир ҡорбанын полиэтиленға, балаҫҡа ураған һәм күрше ҡатындан кәүҙәне сығарырға ярҙам һораған. Ул баш тартҡан, әммә ирҙең үтенесе буйынса йортта ҡуйылған камераларҙы сафтан сығарған.
Енәйәтсе кәүҙәне тәҙрә аша ла сығарырға маташҡан. Килеп сыҡмағас, документтарын алып, сығып ҡасҡан. Тиҙҙән уны ҡулға алғандар.
Енәйәт эше тикшерелеүен дауам итә. Вәхши закон алдында яуап бирәсәк.
Фото: livejournal.com
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас