Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Ағиҙел ҡалаһы балыҡсыһын ҡотҡарған. Ир Сауыҙ ауылы эргәһендәге күлгә балыҡ тоторға китә һәм күп тә үтмәй яҡындары менән телефон бәйләнеше өҙөлә.
Кискә табан 49 йәшлек ирҙең ғаиләһе хәүефләнә башлай һәм ашығыс хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итә. Ҡотҡарыусылар юғалған балыҡсының ҡайҙа икәнлеген тиҙ арала асыҡлай. Уны Апайыш күленән алыҫ булмаған утрауҙа табалар.
Асыҡланыуынса, ир байтаҡ балыҡ тотҡандан һуң киске сәғәт ун беренсе яртыла ҡайтырға сыға. Тик ҡуйы томан арҡаһында юлда аҙаша. Бәхеткә күрә, ҡотҡарыусылар ваҡытында ирҙе эҙләп таба, уға медицина ярҙамы талап ителмәгән.