Ҡырмыҫҡалы районының Константиновка ауылы фельдшеры Анастасия Шапошникова - бөгөнгө көн геройы. Ул ауылының Комаров урамындағы бер йорт янынан үтеп барғанда, янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайламаның әсе итеп сыйылдап ҡысҡырған тауышын ишетеп ҡала. Тәҙрәнән төтөн сыҡҡанын да абайлап, йорт янына йүгереп бара.
Тәҙрәнән үрелеп ҡарағас, унда береһенән-береһе бәләкәй өс баланы күреп ҡала. Ишек бикле булып сыға, шуға күрә Анастасия Шапошникова тәҙрә аша инеп, балаларҙы урамға сығара, утты иһә ҡул аҫтындағы әйберҙәр менән һүндереүгә өлгәшә. Балаларға ете, дүрт һәм өс йәш кенә булған. Етмәһә, берәүһенең сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән. Янғын сыҡҡан ваҡытта өйҙә өлкәндәрҙән бер кем дә булмай: әсәләре - үҙенең әсәһе янында күрше йортта, һеңлеһе менән ағаһы мәктәптә булған.
Бәхеткә күрә, "Күп балалы ғаилә" программаһы сиктәрендә, йортҡа урынлаштырылған янғын һүндереү ҡоролмаһы был юлы ла өс баланың ғүмерен һаҡлап ҡалған. Ауылдаштарының сәләмәтлеге һағында тороусы ябай ауыл фельдшерының был аҙымы үҙе үк оло батырлыҡҡа тиң.