ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Марта 2021, 05:51

Балаларҙы Хоҙай үҙе аралаған....

Әбйәлил районында мәктәптә түшәм емерелеп төшөүе осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды.

Әбйәлил районында мәктәптең түшәме емерелеп төшөү осрағы буйынса Рәсәй Тәрфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығының Белорет район-ара тәфтиш бүлеге “хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән эште башҡарыу һәм хеҙмәт күрһәтеү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты.
Тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 5 мартта киске сәғәт 5-тә Красная Башкирия урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Һамар бүлексәһе ауылындағы филиалының бер ҡатлы бинаһындағы кабинеттарҙың береһендә түшәм плитәһе емерелеп төшкән. Был мәлдә дәрестәр алып барылмаған, бинала техник персонал ғына булған. Ошо сәбәп кенә ҙур бәләнән аяп ҡалғандыр, күрәһең.
Әле был осраҡ буйынса тикшереү, һорау алыуҙар бара. Уның һөҙөмтәһе буйынса мәктәп бинаһын ҡарау һәм файҙаланыу, уҡыу процессын ойошторғанда уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн яуаплы кешеләрҙең эшмәкәрлегенә хоҡуҡи баһа биреләсәк. Был эште республиканың Тәфтиш идаралығы етәкселеге контролдә тота.
Фото: БР буйынса Тәфтиш идаралығынан.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас