ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Марта 2021, 05:28

Ауыл клубынан көл-күмер ҡалған

Янғын сығыу сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү бара

Добавить в предпочтительные источники Google
Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының иң төпкөл ауылдарының береһе Шәрип ауылы мәҙәниәт йортонда янғын сыға.
Мейес менән йылытылыусы 12х12 метр ҙурлыҡтағы ағас бинаға ут тоҡанып, ул тулыһынса яна. "Ҡыҙыл әтәс"те ауыҙлыҡлауҙа Шәрип һәм Хәмит ауылдарының ирекле янғын һүндереү дружиналары, 61-се янғын һүндереү часы техникаһы ҡатнаша. Янғын сығыу сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү бара.
Фото: "Осҡон" гәзите сайтынан.
Автор: Карима Усманова