Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
7 Март 2021, 16:24

Ике фураның да водителдәре һәләк булған, ә балалар...

М7 трассаһында ике ҙур йөк автомобиле һәм пассажирҙар автобусы бәрелешкән

Кисә төнгө 12-се яртылар тирәһендә Иглин районында Һамар – Өфө – Силәбе юлының 1496 саҡрымында көслө авария булды. Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ике ҙур йөк автомобиле һәм пассажирҙар автобусы бәрелешкән. Тағанай – Өфө йүнәлешендә хәрәкәт иткән автобуста 39 пассажир, шул иҫәптән 11 бала булған.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, авария һөҙөмтәһендә ике йөк автомобиле водителдәрең дә ғүмере өҙөлгән, шлай уҡ автобус водителе һәм 12 йәшлек бер бала йәрәхәтләнгән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының психологтары автобус пассажирҙарына психологик ярҙам күрһәткән. Һуңынан уларҙы тәғәйен урынға алып барыу өсөн “Башавтотранс” предприятеһынан автобус бирелә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика юлдарында ошондай фажиғәле хәлдәр дауам итә. Был хәлгә тарымаҫ өсөн сәфәргә сыҡҡан һәр бер водитель кеше ғүмеренә яуаплы булыуы тураһында бер минутҡа ла оноторға тейеш түгел.
Фото: БР ЮХХДИ идаралығынан.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: