"Өфө-КП" матбуғат баҫмаһы белдереүенсә, үткән йомала Белорет ҡалаһында йәшәүсе йәш әсә өйөнән сығып китә. Ҡатынының ҡайтыуын көтөп ала алмаған ир полицияға ғариза яҙа. Уларҙың өс йәшлек кенә улдары бар.
"Быға тиклем дә юғалғаны бар ине... Әммә өс көндән һуң кире ҡайта торғайны. Кисә биш көн булды. Уның телефоны юҡ, бөтә дуҫтарҙы йөрөп сыҡтыҡ, шылтыратып һораштыҡ, бер кемдә лә юҡ. Һуңғы тапҡыр 1-се мәктәп янында күргәндәр. Улыбыҙ илауҙан туҡтамай, әсәһен саҡыра", - ти ире Владислав.