Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
1 Март 2021, 23:52

Ҡыҫылып ҡалған пассажирҙарҙы сығара алмағас...

Автомобиль эсендә ун һәм алты йәшлек балалар ҙа булған...

Өфө районында Николаевка ауылы эргәһендәге боролошта етди юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән: ”КамАЗ” менән “Лада Гранта” автомобиле төкөшкән.
Ҡаты бәрелешеүҙән еңел машина ныҡ зыян күрә, тимер ҡапҡанда ҡыҫылып ҡалған пассажирҙарҙы шаһиттар үҙ көсө менән генә сығара алмағас, ҡотҡарыусыларҙы саҡырта. Машина эсендә ун һәм алты йәшлек балалар ҙа була, уларҙы әсәһе менән дауаханаға оҙаталар. Хәҙер уларҙың һаулығы табиптар ҡулында. Еңелсә йәрәхәтләнгән 31 йәшлек водитель медицина хеҙмәткәрҙәре ярҙамынан баш тарта.
Ҡышҡы боҙлауыҡлы юл, бурандар водителдәр өсөн ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Уяулыҡ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәү күп күңелһеҙлектәрҙән, бәлә-ҡазанан аралар, иҫән-һау йөрөгөҙ!
Фото: NewsBash
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: