Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
28 Февраль 2021, 12:05

Өйөнә етә алмай туңып үлгән...

Ауылда һыуға килгән 46 йәшлек ҡатын да боҙға ҡуша туңған...

Учалы районы Миндәк ҡасабаһында йәшәүселәр ҡурҡыныс күренешкә тап була - Миһеле күле эргәһендә ир мәйетен табалар. Был хаҡта "КП-Өфө" хәбәр итә.
Алтмыш йәшлек Миндәк кешеһе өйөнә 200 метр етә алмайынса туңып үлә. Тәүтикшереүҙәр уның тәнендә бер ниндәй ҙә криминал эҙ тапмай. Табылыу ваҡытынан бер тәүлек элек йән биргән тип фаразлана.
Фажиғә сәбәптәрен суд медицина экспертизаһы теүәл аныҡлаясаҡ.
Әйткәндәй, оҡшаш хәл күптән түгел Ҡариҙел районында ла теркәлгәйне. Һыу алырға тип ҡоҙоҡҡа килгән ир боҙға ҡуша туңған 46 йәшлек ҡатындың мәйетенә юлыға...
Фото: dela.ru
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: