Хәйбулла хәбәрҙәре
+6 °С
Ясна
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Февраль 2021, 12:22
Янғын ике ирҙең ғүмерен өҙгән
Иртә таңда Оло Кәркәле ауылында...
21 февралдә иртә таңда - 4.44 сәғәттә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығына Миәкә районының Оло Кәркәле ауылында янғын сығыуы тураһында мөрәжәғәт килә. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенсә, ҡотҡарыусылар килеп етеүгә, 8-гә 8 метр ҙурлыҡтағы ағас өйҙө ут ялмаған була. 6.20-лә уны тулыһынса һүндереүгә өлгәшәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡорбандар бар - ут һүндереүселәр өй эсендә 60 һәм 57 йәшлек ирҙәрҙең йәнһеҙ кәүҙәләренә юлыға.
Әлеге ваҡытта янғын сәбәптәре һәм хәл-ваҡиғалар тикшерелә. Урында тәфтиш-оператив төркөм, эксперттар һәм министрлыҡтың тәүтикшереүсеһе эшләй.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министлығы матбуғат хеҙмәте.
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Yan-in-ike-ir-e--meren--g-n-688755/
Читайте нас: