Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Февраль 2021, 19:07

Яңғыҙ ҡалған аҡҡоштоң яҙмышын кем үҙгәрткән?

"Ул ҡайғыһынан йүнләп ашамай, эргәһендәге әрһеҙ ҡыр өйрәктәре лә уға тәғәйенләнгән аҙыҡты алдынан йыпырып ҡына тора ине..."

Өфөнөң Инорс биҫтәһендәге Йылы күлендә йөҙгән ике аҡҡош тураһында ҡала халҡының күбеһе хәбәрҙар булғандыр.
Декабрҙең һыуыҡ бер көнөндә, инә ҡош үлгән, тип саң ҡаҡҡайны был тирәлә ял итергә яратҡандар. Шул ваҡыттан һуң яңғыҙ ҡалған аҡҡоштоң яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныусылар күбәйҙе. Ишле булыр өсөн яратылған йән эйәһе артабан нисек йәшәр? Һалҡындарҙы нисек үткәрер? Ҡоштоң хәлен гел күреп йөрөүселәр һөйләүенсә, ул тереклек итеүен-итә, тик ҡайғыһынан йүнләп ашамай икән, эргәһендәге әрһеҙ ҡыр өйрәктәре лә уға тәғәйенләнгән аҙыҡты алдынан йыпырып ҡына тора.
Яңыраҡ билдәле булыуынса, күлдең күрке булып биш йылға яҡын йәшәгән аҡҡоштар шәхси кешенеке, ә ул "Ҡыҙыл китап"ҡа индерелгән ҡанатлыларҙың дәүләт тарафынан яҡланғанлығын белмәй булып сыҡты. Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте вәкилдәре аҡҡошто тотоп, тикшереү үткәргәс, уның сирле икәнен асыҡлаған.
Бөгөнгө көндә ҡошто билдәле фермер Хәсән Иҙиәтуллин үҙенә һыйындырған. Билдәле булыуынса, уның ихатаһында айыу һәм тауис ҡошо ла бар.


"Инәһен тапһаҡ, аҡҡоштарҙы арттырыу өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, был беҙҙең ҡулдан килерлек. Улар йылға-күлдәребеҙҙең йәмен, ҡотон арттырыр әле бер ваҡыт. Ҡаҙ кеүек ҡоштарҙы ла күрмәгән ҡала балалары өсөн һоҡланғыс күренеш тә булыр", - ти фермер.

Фото: lifeisphoto.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: