Өфө үҙәгендәге фатирҙарҙың береһендә ғаиләләге низағ фажиғәгә килтергән.
Ир асыуынан бысаҡ менән ҡатынына сәнсә, ә әсәһен яҡлашырға маташҡан 13 йәшлек улының ҡулын яралай. Ярһыған ир аҙаҡ үҙенә ҡул һала.
Ҡатын менән бала тере ҡалған, улар хәҙер дауаханала. Тәфтиш комитеты енәйәт эше асҡан, ғәйепләнеүсе булып үҙенә ҡул һалған ир иҫәпләнә. Фажиғә теркәлгән фатирҙа тәфтиш хеҙмәткәрҙәре эшләүен дауам итә. Улар ғаиләнең ниндәй шарттарҙа йәшәүен асыҡлай. Суд экспертизаһы үткәреләсәк.
Һуңғы осорҙа ғаиләләге түҙеп торғоһоҙ мөнәсәбәт, ығы-зығы сәбәпле фажиғәләр артыуы, ололарҙың һәм балаларҙың көс ҡулланыу, ирекһеҙләү ҡорбанына әүерелеүе йәмғиәттә ҙур борсолоу тыуҙыра.