Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Февраль 2021, 13:28

Фатирында усаҡ яғып йылынған

Бүлмәлә электр ҙа, газ да, йылытыу системаһы ла булмаған.

Бәләбәй районының Знаменка ауылында төндә ике фатирлы кирбес йортта янғын сыҡҡан. Ҡотҡарыусылар утты тиҙ һүндерә алған. Бәхеткә ҡаршы, утта һәләк булыусылар юҡ.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, янғын сыҡҡан фатирҙа 60 йәшлек ир йәшәгән. Бүлмәлә электр ҙа, газ да, йылытыу системаһы ла булмаған. Һыуыҡта өшөп-туңып ятып булмай бит инде, ир йылынмаҡсы булып, тотҡан да кухняла усаҡ яҡҡан. Янғын сығыуын иҫкәртеүсе приборҙың әсе тауышына уянған ир стенаның яныуын күрә һәм урамға сығып йүгерә. Был саҡта йорттоң ҡыйығына ут тоҡанған була. Күрше фатир хужалары эт өргән тауышҡа һиҫкәнеп уяна һәм урамға сыға һала. Ут һүндереүселәрҙең тырышлығы арҡаһында икенсе фатир тулыһынса һаҡланып ҡалына. Ҡыш көндәрендә йорттарҙа ут сығыу хәүефе тағы ла арта. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, үҙегеҙҙе лә, яҡындарығыҙҙы ла бәлә-ҡазаға юлыҡтырмау өсөн тырышығыҙ.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: