Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Февраль 2021, 10:52

«Тонар» йөк машинаһы «Лексус» менән бәрелешкән, ҡорбандар бар

*

9 февралдә, иртәнге сәғәт туғыҙ тирәһендә Һамар – Өфө – Силәбе автомобиль юлының 1480-сы саҡрымында юл фажиғәһе теркәлгән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Силәбе яғына китеп барған «Лексус» һәм ҡаршыға килгән «Тонар» йөк машинаһы бәрелешкән. Еңел автомобилдәге ике кешенең ғүмере өҙөлгән, тип хәбәр иттеләр Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән.
Мәғлүмәт аныҡлана.
Читайте нас в