Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Февраль 2021, 11:19

Бүреләрҙән ауылымдың эттәре ҡотҡарҙы

Урманлы төбәктең – үҙ ҡанундары. Хәүеф-хәтәре лә етерлек. Былтырғы көҙҙә үҙем менән булған бер хәл

Урманлы төбәктең – үҙ ҡанундары. Хәүеф-хәтәре лә етерлек. Былтырғы көҙҙә үҙем менән булған бер хәл тураһында һөйләмәксемен.

Шул осорҙа гел төшөм бо­ла­рыбыраҡ тора ине. Атайым мәр­хүм нимәнелер иҫкәрткән, нимә­нәндер ҡурсалаған һымаҡ төшкә инә... Ул һәр ваҡыт шулай төшөмдә иҫкәртә, шөкөр.

Эштәрем менән оҙаҡлап китеп, район үҙәге Иҫке Собхан­ғолдан ҡайта алмай һуңға ҡал­ғас, төнгө сәғәт 3-тәге “Иҫке Соб­ханғол – Өфө” йүнәле­шендәге микроавтобус менән ҡайтырға булдым. Таң менән эшкә. Өтөк­мөн. Ҡайтып етергә икән – етергә!

Автобус водителенә “ауылға боролоп инеп, ҡалдырып китегеҙ инде” тиһәм дә, тыңламаны. Алыҫ ара ла түгел, машина менән “һә” тигәнсә үтерлек юл. Аҡсаһын да түләр инем. “Ауылдарға инеп йөрөмәйем”, –тип ҡырт киҫте.

Ниһайәт, ҡап-ҡараңғы төндә ауылым Мәһәҙейгә табан боролошта төшөп ҡалдым. Телефо­нымдың фонары алай ҙа яҡты яна. Автобус тауға күтәрелеп, күҙҙән юғалып та өлгөрмәне, эргәлә генә урманда бүреләр олой башланы. Дөм-ҡараңғы. Йөрәгем ярылыр кеүек. Бер мәл алыҫта, бүреләрҙән дә яман итеп, ауылымдың эттәре өрә башланы. Улар мине ҡотҡа­рырға, ярҙам итергә теләй, тип ҡабул иттем быны.

Ҡурҡыныс... Йүгереп ҡара­йым. Бүреләр минең арттан ҡалмай. Аяҡтарым тыңламаған кеүек, саҡ-саҡ киләм. Ауылдың тәүге өйө – Рима һәм Юлай ағай Мөхәмәтйәновтарҙың йорто эргәһенә килеп еткәнмен икән. Бүреләр һаман олой, арттан ҡалмай, ә ауыл эттәре тирә-яҡтан абалай. Шулай көс-хәл менән ауыл уртаһына килеп еттем. Бында әҙерәк яҡты. Шунда ғына нисек ныҡ ҡурҡыуымды, ниндәй ҙур ҡазанан ҡотоло­уымды аңланым. Төндә кешене борсомайым тип, туғандарҙан бер кемгә лә ҡаршы сығып алырға әйтмәгәйнем шул.

Эттәр ҡотҡарҙы мине был бәләнән. Әгәр улар күтәрелмәһә, абаламаһа, белмәйем, ҡотолоп булмаҫ ине. Рәхмәтлемен улар­ға! Аллаға шөкөр, имен-һаумын.

Бүре менән бала саҡта ла осрашырға тура килгәйне. Кәр­тәбеҙ аръяғындағы йылғаға һыуға барғайным. Көн кислә­гәйне. Шунда миңә сатан бүре тап булғайны. Ул эргәмдән генә үтеп, тыҡрыҡ аша йылға аръяғына сығып китте. Ошо күренеш тә һаман күҙ алдымда тора. Ул бүре минең көйән­тәмдән ҡурҡты.

Атайым ғүмере буйы һунарсы булды, аҙағыраҡ теге сатан бүрене алды. Элекке бүреләр нисектер йомшағыраҡ холоҡло булды, кешеләргә артыҡ зыян килтереп барманы. Ә хәҙер кешеләр ҙә, бүреләр ҙә, йәшә­йеш тә үҙгәрә. Беҙ “урман санитары” тип атаған йыртҡыстар агрессив, үтә хәүефле, ҡурҡы­ныс була бара. Уларҙың һаны ла ныҡ күбәйгән. Төндә яңғыҙ-ярым юлға сыҡмағыҙ, һаҡ булығыҙ! Именлектә, һаулыҡта йәшәйек!

Бөрйән районы,
Мәһәҙей ауылы.
Автор: Сәйҙә СӘЙӘХОВА
Читайте нас: