Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
6 Февраль 2021, 15:59

Йылынам тип инеп...

Ике ир янып үлгән. Асыҡланыуынса...

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 31 ғинуарҙа төндә Дәүләкән ҡалаһының Күл урамында ағас йорт янған.
Янғын һүндереүселәр килгәндә, ут тотош йортто ялмап алған була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың эш барышында 1968 йылғы ирҙең үле кәүҙәһе табыла. Янғын сәбәптәре асыҡлана.
30 ғинуарҙа Өфө ҡалаһының Р. Зорге урамында йылылыҡ трассаһы коллекторында сүп-сар яна. Утты һүндергән саҡта ир мәйете табыла. Йәшәү урыны булмаған был кеше унда йылынам тип янып үлгәндер тигән фараз бар. Ғәҙәттә, асарбаҡтар йорт подвалында, ташландыҡ өйҙәрҙә ут яғып ултырыусан, эскән килеш йоҡларға ятыусан. Һөҙөмтәлә янып үләләр.
Әлбиттә, ут һаҡһыҙлыҡты, яңылышыуҙарҙы ғәфү итмәй. Шуға ла мейес яҡҡанда ла, йортто электр ҡорамалдары менән йылытҡанда ла, мунса яҡҡанда ла янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында онотмайыҡ.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: