Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
6 Февраль 2021, 15:33

Уҡытыусыға 37 генә йәш булған...

Мысырҙан йәшәргә килеп, коронавирустан һәләк булған ирҙең дүрт балаһы ҡалған.

Күңелһеҙ яңылыҡ еткерәбеҙ: Өфөлә Үҙәк Диниә назаратының Рәсәй ислам университетында ғәрәп теленән уҡытҡан педагог Али Әхмәт вафат булған. Мысырҙан килгән уҡытыусыға ни бары 37 йәш ине. Уны беҙгә эшкә 2015 йылда Үҙәк Диниә назараты рәйесе, Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин саҡырған.
Был ваҡыт эсендә ул Башҡортостандан кәләш алған. Ғаиләләрендә дүрт бала тәрбиәләгәндәр. Үҙҙәренекенән тыш ике етемде улар тәрбиәгә алған булған. Ғаилә Шамонино ауылында өй һалып ингән һәм гөрләтеп донъя көткән.
Асыҡланыуынса, ул кисә вафат булған, ир коронавирус йоҡторған һәм организмы уның эҙемтәләрен еңә алмаған. Ғаиләһе мәрхүмде тыуған яғы Мысырҙа ерләргә теләй. Әлеге ваҡытта кәүҙәһен алып барыр өсөн аҡса эҙләйҙәр.
Мәрхүмдең ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм сабырлыҡ теләйбеҙ.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: