Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
6 Февраль 2021, 15:56

Тағы фажиғәле авария

Ғаилә ағзаларына сабырлыҡ теләйбеҙ

Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Туймазы ҡалаһының Октябрҙең 70 йыллығы урамында көслө авария теркәлгән. Булған мәғлүмәттәргә ярашлы, 56 йәшлек водитель идара иткән "Лада Калина" һәм "УАЗ" автомобиле бәрелешкән. "УАЗ"да 45 йәшлек ир булған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, авария насар эҙемтәләр менән тамамлана - "Лада Калина" автомобиле водителенең 55 йәшлек ҡатыны алған йәрәхәттәрҙән шунда уҡ һәләк булған, ир - дауаханала. Авария сәбәптәре асыҡлана.
Ял көндәрендә һауа торошоноң боҙолоуы, автомобиль юлдарының тайғаҡ булыуы хаҡында алдан иҫкәртеү яһаныҡ. Әлбиттә, бындай шарттарҙа тиҙлек арттырмау, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмау, көтөлмәгән хәрәкәттәр яһамау кеүек хәүефһеҙлек талаптарын үтәргә кәрәк. Әгәр ошо ҡағиҙәләр күҙәтелгән булһа, Туймазылағы фажиғә булмаҫ ине. Водителдәрҙең яуапһыҙлығы арҡаһында тағы ла бер ғәйепһеҙ пассажир ҡатын һәләк булды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ЮХХДИ идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов хәбәр итеүенсә, ял көндәрендә республикала профилактик саралар уҙғарыла, рейдтар бара.
Фото: ЮХХДИ идаралығынан.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: