Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
6 Февраль 2021, 15:48

Был ни хәл?

Әбйәлил районындағы бер йорт ихатаһына хужалар эштә ваҡытта бик сәйер “ҡунаҡ” килгән...

“Осҡон” гәзите хәбәр итеүенсә, Әбйәлил районындағы Рысҡужа ауылындағы бер йорт ихатаһына хужалар эштә ваҡытта бик сәйер “ҡунаҡ” килгән.
Бер ни белмәгән хужалар, ихаталарына ҡайтҡас, иҫ-аҡылы китә. Аптырамаҫ ерҙән аптырарһың шул! Ояла тауыҡтар үлеп ята... Ҡоштарҙың бер ере лә тәләфләнмәгән, тешләнмәгән. Ә һәләк булыуҙарының сәбәбе: кемдер уларҙы муйынынан быуып үлтергән. Тағы шуныһы ғәжәп: ошо аяныслы хәл ҡылынған ваҡытта эт ояһынан бер ҙә сыҡмаған, хатта өрмәгән. Хәҙер йорт хужалары был хәлгә һеләүһен йәки башҡа берәй йәнлек ғәйепле тип фаразлай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала ошондай хәлдәр теркәлеп тора. Ҡош-ҡорт та һаҡлауға, яҡлауға мохтаж. Уларға ҡарата иғтибарлы булайыҡ.
Фото: “Осҡон” гәзите.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: