Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
3 Февраль 2021, 15:33

Өс йыл элек юғалған ине...

Бөгөнгө көндә уның хаҡында нимәләр билдәле?

2018 йылдың 30 ғинуарында баш ҡалала Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Артур Ғәзиев юғалған ине. Йәшәгән йорто янындағы магазинға сыҡҡан еренән ғәйеп булған егет үҙе менән телефондан башҡа бер ниҙә алмаған... Шул мәлдән алып егет юҡ. Әгәр йыраҡҡа тип сыҡһа, шәхси әйберҙәрен алыр ине, тип аптырай яҡындары. Артур юғалғандың икенсе көнөнә үк йөҙәрләгән ирекмән эҙләргә сыҡҡан, полиция йәлеп ителгән. Яҡындары ла, барлыҡ сараларҙы ҡулланып, эҙлмәгән ерҙе ҡалдырмаған. Әммә һөҙөмтәһеҙ. Егет тураһында бөгөнгә тиклем бер мәғлүмәт тә юҡ.
Өс йыл үткәндән һуң Артурҙы эҙләү барышы менән ҡыҙыҡһынып, “Кп-Өфө” хеҙмәткәрҙәре атаһы менән бәйләнешкә сыҡҡан. “Тәфтиш комитетынан күптән инде шылтыратҡандары юҡ. Һирәк кенә ”Лиза Алерт” ирекмәндәре иҫкә төшөрә. Үткән йәй рейд үткәреп, күптән юғалғандарҙы эҙләнеләр, шул иҫәптән Артурҙы ла. Беҙгә шылтыратып, яңылыҡтар юҡмы икәнен белештеләр”, - тип белдергән Артурҙың атаһы.
Был ауыр йылдарҙы атаһы менән әсәһе ут йотоп йәшәй, уларҙың ни кисереүен һүҙ менән аңлатырлыҡ түгел. Шулай ҙа өмөттәрен өҙмәйҙәр, улдарының иҫән-һау булыуына, ҡасан да бер ҡайтырына ышаналар. Шуға ла улдарын онотмауҙарын һорайҙар.
Әгәр Артур хаҡында берәй мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, 02 йә 102, йәки ирекмәндәрҙең 89279698919 телефонына хәбәр итеү һорала.
Юғалған егеттең буйы 170 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, йәшел күҙле, ҡара сәсле. Ул көндө ул ҡәҙимгесә ҡара-күк капюшонлы куртка, күк джинс салбар, һоро ботинкалар кейгән булған.
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: