Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был йәкшәмбе лә республика юлдарында тыныс үтмәне – Кушнаренко районында, Мәскәү–Өфө федераль трассаһындағы 1263-сө саҡрымында, “Лада Гранта” менән ҡаршы килгән “Skania” йөк автомобиле бәрелешә. Видеояҙмала күренеүенсә, еңел автомобилдән тимер өйөмө генә тороп ҡалған.
Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобилдәге 19 йәшлек водитель “Ашығыс ярҙам” машинаһы килгәнсе үк һәләк була, өс пассажиры тән йәрәхәттәре ала. Улар араһынан Илеш районынан булған 18 йәшлек егет медицина учреждениеһында йән бирә. Ваҡиға урынында полиция һәм башҡа тиҙ ярҙам хеҙмәттәре эшләй.
Күреүебеҙсә, юлдар хәүефле булыуҙан туҡтамай, унда күпме ғүмер, яҙмыштар селпәрәмә килә. Уйлап ҡарағыҙ, бөгөн тағы ла ике йәп-йәш егет юҡ булды. Ике ғаилә һәм туғандары өсөн ғүмерелек ҡайғы килде, кире ҡайтарғыһыҙ юғалтыу. Яҡын кешеһен юғалтҡан һәр кем был ҡайғының ни тиклем тәрән икәнен яҡшы аңлай. Яңы ғына егет ҡорона инеп, дәртләнеп йәшәй башлаған, киләсәктә ғаилә ҡороп балалар үҫтерерҙәй йәштәребеҙҙе юғалттыҡ. Ә ҡайҙа ашығыбыҙ һуң? Ҡасан юлдарҙа үлем бөтөр? Кем ғәйепле?..
Шул уҡ ваҡытта рулгә ултырғандар был хаҡта әллә уйланмаймы икән, тигән һорау ҙа тыуа, сөнки ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 30 ғинуарҙа республика юлдарында ете авария теркәлгән, уларҙа ун бер кеше йәрәхәттәр алған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 2500 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын теркәгән, эскән килеш рулгә ултырған 51 водителде тотҡан, шулай уҡ эҙләүҙә булған бер автомбилде тапҡан.
Фото: БР ЮХХДИ идаралығынан.