Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
31 Ғинуар 2021, 11:51

Автобуста 10 кеше булған...

“ПАЗ” маршрут автобусы менән “КамАЗ” йөк автомобиле бәрелешкән.

30 ғинуарҙа иртәнсәк Октябрьский ҡалаһында “ПАЗ” маршрут автобусы менән “КамАЗ” йөк автомобиле бәрелешкән. Ваҡиға ҡаланың Ленин урамында була.
Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, “ПАЗ” автобусы юл ыңғайы осраған ҡар таҙартыусы “КамАЗ”ға барып төкөлгән. Авария һөҙөмтәһендә алты кеше йәрәхәтләнгән. Автобуста 10 кеше булыуы билдәле, уларҙың алтауһы медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән, шул иҫәптән 17 йәшлек үҫмер. Ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы ҡотҡарыусылары һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй.
Әйтергә кәрәк, 29 ғинуарҙа ла республика юлдары тыныс булманы. Урындағы ЮХХДИ идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә бөтәһе ете автомобиль аварияһы теркәлгән һәм уларҙа һигеҙ кеше йәрәхәтләнгән. Шулай уҡ ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан бер тәүлектә өс меңдән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу осрағы асыҡланған, 67 водитель эскән килеш тотолған.
Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһында Дуҫлыҡ һәм Геология урамдары сатынды Ейәнсура районынан 18 йәшлек водитель “ВАЗ–21099” автомобилендә Миәкә районынан 20 йәшлек водитель идара иткән “ВАЗ–2113” автомобиленә юл бирмәгән. Һөҙөмтәлә икеһе лә тән йәрәхәте ала. Был осраҡта ла бер водителдең яуапһыҙлығы арҡаһында башҡалар зыян күргән. Әгәр авария тағы ла насарыраҡ эҙемтә менән тамамланһа – ул бит үҙенең дә, икенсе егеттең дә ғаиләһен оло ҡайғыға һалыр ине.
Шуға ла рулгә ултырған һәр кем автомобилдең уйынсыҡ булмауын аңларға, оло яуаплылыҡ алыуы тураһында онотмаҫҡа, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә тейеш. Ғүмер бер бирелә, ҡәҙерен беләйек.
Фото: БР ЮХХДИ идаралығынан.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: