Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
25 Ғинуар 2021, 18:53

Машина урлап... һөйгән ҡыҙы янына ашыҡҡан

Урланған «ВАЗ-2112» машинаһы Хәйбулла районының Беренсе Мырҙа ауылында табылған.

Күңелһеҙ ваҡиға Баймаҡ районында теркәлгән. Ниғәмәт ауылында йәшәүсе 34 йәшлек ир ял көндәрендә үҙенең автомобилен ҡайҙа ҡалдырып китеүен онотҡан. Үҙаллы эҙләү һөҙөмтә бирмәгәс, ярҙам һорап полицияға мөрәжәғәт иткән.
Урланған «ВАЗ-2112» машинаһы Хәйбулла районының Беренсе Мырҙа ауылында табылған. Асыҡланыуынса, 17 йәшлек егет ул кис зыян күреүсе менән бергә табын ҡорған. Төн уртаһы еткәс, күрше районда йәшәүсе 16 йәшлек ҡыҙын күргеһе килеп, оҙаҡ уйлап тормай, танышының машинаһын алып, һөйгәне янына ашыҡҡан.
Йәштәр көн буйы бергә булған, кискә табан егетте ҡулға алғандар. Йәш егет ваҡиғаның нисек булыуын тулыһынса һөйләп биргән, автомобилде урлау осрағы буйынса енәйәт эше асылған. Табылған машина хужаһына ҡайтарылған.
Мөхәббәттән башы әйләнгән үҫмерҙең мажаралары күңелһеҙ тамамланған. Күрәһең, спиртлы эсемлектәр ҡулланыу йәш егеттең бындай аҙымға барыуына сәбәп булғандыр. Ни тиһәң дә, ундай осраҡта аҡыл һуңыраҡ төшә бит. Тик терһәкте тешләп кенә булмай...
Фото: "Башинформ"
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: