Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
24 Ғинуар 2021, 01:24

Туңып үлә яҙғандар...

Хәл Сибай ҡалаһы эргәһендә булған.

Бөгөн иртәнсәк, 23 ғинуарҙа, республика ҡотҡарыусылары Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл ауылы эргәһендә, Сибай ҡалаһынан 18 километрҙа автомобилдәге водителде һәм пассажирҙы ҡотҡара. Юлсылар Төмәндән Ырымбурға китеп барған булған.
“Уларҙың машиналары ватылған. Әгәр йәй булһа, ғүмерҙәренә ҡурҡыныс янамаған булыр ине, ә ҡыш туңып үлеү хәүефе ҙур. Шуға ла ҡышҡы юлға сыҡҡанда ентекле әҙерләнергә кәрәк. Иң тәүҙә машинаның төҙөклөгөн тәьмин итергә һәм йылы кейемдәр алыу мотлаҡ”, – тип белдерәләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәл буйынса дәүләт комитетынан.
Фото: БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәл буйынса дәүләт комитетынан.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: