Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Ғинуар 2021, 21:42

Улар ял итергә китеп барған...

"Күҙ асып йомғансы тотош ғаилә - дүрт кеше юҡҡа сыҡты".

Туймазы районында, М5 трассаһында булған ҡот осҡос авария тураһында хәбәр иткәйнек. “Лада Приора” менән ҙур йөк машинаһы бәрелеү арҡаһында дүрт кеше һәләк булды.
Рулдәге 18 йәшлек водитель билдәһеҙ сәбәптәр буйынса ҡаршы һыҙатҡа сыға. Һөҙөмтәлә 34 йәшлек ҡатын, уның ике балаһы һәм ике туған һеңлеһе урында йән бирә. Водитель ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға илтелә.
ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, ғаилә ял итергә тип китеп барған була. Асыҡланыуынса, һәләк булған әсә - Рина М. исемле ҡатын. Ул Ҡандра ауылынан. Яҡындары уны тик ыңғай яҡтан телгә ала.
- Күҙ асып йомғансы тотош ғаилә юҡҡа сыҡты. Ҡот осҡос юғалтыу. Ауыр тупраҡтары еңел булһын, - тип яҙа таныштары.
Әлегә аварияның сәбәптәре билдәле түгел. Кешеләр емерелгән машинаның фотоһын күргәс, фажиғәлә “Приора"ның йәш водителе ғәйепле тигән фекергә килә.
- Машинаның уң яҡ ҡабырғаһы йөк машинаһына бәрелгән. Ҡурҡыныс мәлдә һәр кем үҙен һаҡлау тураһында уйлай, тик һуңғы ваҡытта бер нимә лә эшләп өлгөрә алмайҙар, - тип яҙа автоһәүәҫкәрҙәр.
Эйе, әле ғәйепле кеше тураһында раҫларға иртә. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре барыһын да асыҡларға һәм һығымта яһарға тейеш. Шулай уҡ прокуратура ла тикшереүҙе үҙ контроленә аласаҡ.
Фото: "КП-Өфө".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: