Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Ғинуар 2021, 21:31

Ҡатын тәмәкеһен һүндермәгән...

Республикала өс ҙур янғын осрағы теркәлгән. Эҙемтәләренә килгәндә...

Кис Өфөнөң Рәсәй урамындағы күп ҡатлы йорттағы фатирҙа янғын сыға. Утты һүндергән саҡта ауыр хәлдәге ҡатын табыла. Бәләгә тарыған фатир хужабикәһен 21-се ҡала дауаханаһына оҙаталар.
Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ут сығыуҙың сәбәбе - ҡатын кешенең тәмәке тартҡанда һаҡһыҙлыҡ күрһәтеүе. Янғын һүндереүселәргә был кистә Ферин урамындағы фатирҙа сыҡҡан янғын менән дә көрәшергә тура килә. Был юлы уттан ҡазаланғандар теркәлмәгән.
Дүртөйлө районының Исҡуш ауылындағы янғында 31 йәшлек ир ныҡ ҡына бешә. Был осраҡта ағас йортҡа ут ҡабынған, профессиональ ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр, ирекмәндәр бергә ярҙамға килгән.
Йыл башынан республикала байтаҡ янғын осрағы теркәлде, ҡорбандар ҙа бар. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмау, һаҡһыҙлыҡ сәбәпле кеше ғүмерҙәре өҙөлә, күпме матди зыян күрелә. Барығыҙҙы ла хәүефһеҙлек талаптарын үтәргә, уяу булырға саҡырабыҙ.
Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: