Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
18 Ғинуар 2021, 13:21

Йәштәр ҡот осҡос аварияла һәләк булды

Был турала ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте белдерә.

Әле дүрт кеше ғүмерен өҙгән ҡурҡыныс авариянан арынып бөтмәнек, йәнә ауыр хәбәр. Тағы бер юл һәләкәте булып, унда ике йәш кешенең ғүмере өҙөлгән. Был турала ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте белдерә.
Юл-транспорт ваҡиғаһы кискә ҡарай, сәғәт бишенсе киткәс, Белорет районының Белорет - Үткәл юлында теркәлә. "Daewoo Nexia" менән "Урал-4320" йөк машинаһы бәрелешә. Тәүге машина рулендә 28 йәшлек урындағы ир булһа, икенсеһендә 25 йәшлек егет ултыра.
Фотоларҙан күренеүенсә, бәрелеш ҡот осҡос була. Еңел автомобилдән тимер өйөмө генә ҡала. Водитель менән уның 25 йәшлек пассажиры урында йән бирә. Улар икеһе лә ошо район кешеләре булған.
Әлеге ваҡытта аварияның сәбәптәрен тикшереү бара.
Кисә лә ҡайһы бер райондарҙа буран булды. Бындай шарттарҙа юлдарҙа йөрөү ҙур хәүеф тыуҙыра. Күреү һәләте кәмей, ҡар һәм боҙ арҡаһында юлдар тайғаҡҡа әйләнә. Ғөмүмән, ҡыш көнө йөрөү ҡурҡыныс. Барлыҡ ҡағиҙәләрҙе үтәп, тиҙлекте арттырмай, дистанция һаҡлап йөрөү мотлаҡ.
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: