Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
18 Ғинуар 2021, 13:00

Табылған да ул

16 ғинуарҙа снегоходта сығып киткән дә әйләнеп ҡайтмаған

Шишмә районында хәбәрһеҙ юғалған Азат Раяновтың үле кәүҙәһе табылған. Алкин ауылында 32 йәшлек Азат Раяновты эҙләү туҡтатылды. Кисә, 16 ғинуарҙа, ул снегоходта сығып киткән дә әйләнеп ҡайтмаған.
Ҡурҡыуға ҡалған туғандары урындағы ирекмәндәргә уны эҙләшеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Социаль селтәрҙәрҙә Азаттың юғалыуы һәм билдәләре тураһында мәғлүмәт тә баҫылып сыҡты.
Бөгөн, 17 ғинуарҙа, ирекмәндәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яман хәбәр еткерҙе: юғалған ирҙе үле килеш тапҡандар. Яҡындарына сабырлыҡ теләйбеҙ.
Үлемгә еткергән сәбәптәр буйынса тикшереү башланған.
Фото :социаль селтәрҙән.
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: