Төрлө шартлатҡыс, петарда, фейерверктарҙы осороу һаулыҡҡа зыян килтереү ихтималлығын хәүефһеҙлекте һаҡлау ойошмалары ҡат-ҡат иҫкәртеп торһа ла, бала-саға һаман да улар менән шаярыуын дауам итә. Күңелһеҙ хәлгә тарыусылар байтаҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
Ҡалтасы районында 13 йәшлек үҫмерҙең фейерверк осорғанда күҙе яраланған. Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте билдәләүенсә, малайҙы Ҡалтасы район дауаханаһына һалалар. Күҙ яраһы ауыр булыу сәбәпле, һуңғараҡ Өфөгә микрохирургия клиникаһына күсерергә мәжбүр булалар.
Быйыл Нефтекама ҡалаһында ла фейерверк арҡаһында 15 йәшлек малай бәләгә тарыны. Ағаһы менән йорт ихатаһында салют аттырғанда, зарядтарҙың береһе малайҙың күҙенә тейә. Бала ауыр яралар менән дауаханаға реанимацияға эләгә.
Ғөмүмән, 18 йәшкә тиклемге балаларға хлопушкалар, фейерверктар, петардалар ҡулланыу тыйыла. Балаларҙың һаулығы өлкәндәр ҡулында, улар менән етди һөйләшеү алып барырға, шартлатҡыстарҙың ни тиклем хәүефле икәнен аңлатырға бурыслы, тип белдерәләр Граждандарҙың хәүефһеҙлеген һаҡлау идаралығында.